Капиталь ремонт дауам итә

Тулыраҡ: Капиталь ремонт дауам итә

Зәки Вәлиди урамында ер аҫтындағы торба үткәргестәргә капиталь ремонт дауам итә. Ошо көндәрҙә тәүге 485 метр арауығында ер бүлемендә ремонт тамамаланасаҡ. Йылылыҡ селтәрҙәре заманса технологиялар һәм төҙөлөш материалдары ярҙамында сафҡа индерелде. Пенополиуретандан яһалған торбалар йылылыҡты яҡшы һаҡлай, уның ҡалынлығы һыуҙы тирә-яҡ мөхиттең тәьҫиренән дә аралаясаҡ. Үткәрелгән яңы торбалар утыҙ йыл тирәһенә иҫәпләнгән.