Тарихи йорт эсендә бикләнеп ҡалған пенсионерҙар

Тулыраҡ: Тарихи йорт эсендә бикләнеп ҡалған пенсионерҙар

Ни өсөн уларға яңы торлаҡ бирелмәй? Ун туғыҙынсы быуаттан беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған өй өсөн кем яуап бирә? Йорттоң икенсе ҡатында йәшәгән оло йәштәге пенсионерҙарға хәҙер урам буйын тәҙрә аша ғына ҡарарға тура килә. Йорт хужабикәһе Татьяна елгә асылған тәҙрәне ябам тип яңылыш серегән таҡтаға баҫып икенсе ҡаттан осоп төшһә, ире Игорь шәкәр диабеты менән ауырып аяғын ҡырҡтырта. Аяҡһыҙ ҡалған пенсионерҙар өсөн өйҙә һыу үткәрелмәгән, йыуынырға ла урын юҡ. Ивановтар ғаиләһе йәшәгән йорт ун туғыҙынсы быуаттың етмешенсе йылдарынан бирле тора. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, был өйҙә элек сауҙагәр Родион Душин йәшәгән һәм ғибәҙәт ҡылған. Йорт хужаһы Игорҙың һүҙҙәре буйынса, ике ҡатлы йорттағы фатир уға ата-әсәһенән ҡала. Революциянан һуң өй күп фатирлы йортҡа әйләнә. Егерме йыл мәҙәни мираҫ булып һаҡлана. Шуға ла йорт емерелергә торған хәлдә булһа ла, торлаҡ хужаларының ремонт эшләргә хоҡуғы һәм ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, уларҙы икенсе торлаҡҡа күсереү программаһы юҡ.Беҙҙең көндәргә тиклем мәҙәни мираҫ булып һаҡланған был йортта мәжүсилек сиркәүе ремонт эшләргә әҙер. Әммә күп тапҡыр ғариза яҙыуҙары һәм үҙ аҡсабыҙға ремонт эшләргә теләк белдереүҙәре әлегә һөҙөмтә бирмәй.Әле оло йәштәге пенсионерҙарға ейәнсәре ярҙам итә. Тик улар өйҙөң тиҙҙән емерелеп төшөүенән һәм был торлаҡтан сығып өлгәрмәүҙән ҡурҡа.