Ике минут һәм һин самолетта

Тулыраҡ: Ике минут һәм һин самолетта

Хеҙмәтләндергән пассажирҙарҙың һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләгән «Өфө» халыҡ-ара аэропорты мөмкинлектәрен киңәйтә.Унда барлыҡҡа килгән яңы ҡоролма мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе траспортировкалау өсөн тәғәйенләнә. Амбулифт тип аталған ҡулайлама бер юлы дүрт инвалид коляскаһын һәм ике носилканы һыйҙыра. Уның ярҙамында хәрәкәт итеүе сикләнгән пассажирҙарҙы тиҙ арала һауа судноларының бөтә төрҙәренә лә алып барып индерергә һәм кире терминалға илтергә була. Бынан тыш, аэропорттың парковкаһында инвалидтар өсөн 100 урын бүленгән. Улар мөмкин тиклем терминалға яҡын урынлаштырылған. Медицина ярҙамына мохтаждарға медицина пунктына мөрәжәғәт итергә була.