Тау башында балҡый бер ҡала. Киләһе репортажды ҡарарҙан алда Өфөнө яратып ижад ителгән йырҙарҙың береһе иҫкә төшә. Баш ҡаланың республикала иң матуры исемен йөрөтөүе һәм әле лә мөхәббәт тулы хистәр тыуҙырыуының сәбәбе - халҡының хәстәрлек, талапсанлыҡ күрһәтеүендә һәм йорттарҙың, урамдарҙың, юлдарҙың төҙөклөгөнә битараф булмауында. Оҡшамаҫлыҡ та түгел шул, өй тыныс урында ултыра, саф һауа – миллионлы ҡалала йәшәгәндәрҙең күптәренең хыялы был. Шулай ҙа ҡыуаныстар йәй етһә көйөнөстәр менән алышына.Был йорт 2010 йылда ҡулланыуға тапшырылған. Унда йәшәүселәр тау түбәнендә урынлашҡан йортона ошо баҫҡыстарҙан түгел, ә урап, башҡа йорттар янынан төшөргә мәжбүр, сөнки баҫҡыстарҙы ураған һайын ямғыр һыуы йыуа. Был мәсьәлә менән улар 2013 йылда төбәк башлығына хат яҙа. Уларҙың мөрәжәғәтенә яуап итеп ямғыр улаҡтары реконструкциялана – баҫҡыстар аҫтынан үткән нәҙек торбалар йыуанырағына алмаштырыла. Шулай ҙа мәсьәлә һаман асыҡ килеш ҡала. Беҙҙең редакцияға ебәрелгән киләһе видеояҙмалар үҙҙәре үк хәлдең ҡырҡыулығын иҫбатлай. Даръя булып аҡҡан һыу һәм бысраҡ автомобилдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә ҡамауға ала.Төп сәбәпте халыҡ юлдарҙың һәм һыу улаҡтарының дөрөҫ проектланмауында күрә.Бер-нисә йылдан йорт нигеҙенең емерелә башлауы тураһында уйҙарҙа уларҙы ҙур борсоуға һала.Яҙмала күренеүенсә төп көс иң аҫҡы нөктәлә урынлашҡан, йорт артындағы улаҡҡа төшә.Ҡала хакимиәтендә лә был районда хәлдең ҡатмарлы булыуын таныйҙар.Ҡала хакимиәте вәкиле һыу улаҡтары бар улар ваҡытында хеҙмәтләндерә тиһә лә баш ҡала халҡы һаман ямғыр ваҡытында һыуҙа йөҙөргә мәжбүр. Был мәсьәлә ҡасан хәл ителер тигән һорауға бер кемедең дә аныҡ яуабы юҡ.
Ямғыр һыуҙары ҡайҙа аға?
Тулыраҡ: Ямғыр һыуҙары ҡайҙа аға?






