“Кроношпан” холдингы Өфөгә 200 миллион евро инвестиция индерә

Тулыраҡ: “Кроношпан” холдингы Өфөгә 200 миллион евро инвестиция индерә

Өфөлә төҙөлөш материалдарын етештерә башлар өсөн Австрияның “Кроношпан” холдингы 200 миллион евро күләмендә инвестиция индерә. Әле цех биналарын күтәреү эштәре бара. Яңы төр тауар етештереү киләһе йылдың беренсе көнөнән башланыр, тип көтөлә. “ Әлегә үлән баҫҡан был яланда оҙаҡламай Лань боландарының һомғол һындарын күҙәтеп ял итеү урыны – йәнлектәр паркы буласаҡ. Тап ошондай тере мөйөштәр Кроношпан заводтарының тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәтен күрһәтә. Сеймал булараҡ ағас ҡалдыҡтарын файҙаланыу ҙа заводтың экологик мәсьәләгә айырым ҡарашын дәлилләй.Башҡортостан хөкүмәте Австрияның Кроношпан холдингы менән 2012 йылдың авгусында килешеү төҙөгәс, Өфө районында ағас эшкәртеүсе, ағас юнысҡыһынан яһалған һәм ламинат таҡта етештереүсе завод һалынды. Маҡсатҡа ярашлы, инвестицияларҙың 260 миллион евроһы предприятиеның тәүге линияһын сафҡа индереүгә йәлеп ителде. 2016 йылда тәүге тауар берәмеген сығарған цех әлегә үҙ ҡеүәтенең яртыһын ғына үҙләштергән. Бында айына 45 кубометр әҙер продукция етештерелә. Һатып алыусылар иһә Волга буйы, Урал, Себер төбәктәр һәм Ҡытай республикаһы. Тап уларҙа төҙөлөш тармағы киң үҫешкән. Был майҙанда заводтың икенсе линияһы сафҡа әҙерләнә. 2018 йылдың ғинуарынан бында төҙөлөш материалдары етештерелә башлай. Айына 90 кубометр – был Кроношпандың Европа заводтары араһында иң ҙур күләм. Яңы цехта ОСБ таҡталар етештереләсәк. Бының өсөн йәнә 350 эш урыны булдырыла. Кәрәкле йыһаздар Германиянан һатып алынған. Предприятиеның коммерция директоры Барыш Джан белдереүенсә, Өфө индустриаль паркында бүленгән биләмәлә заводтың өсөнсө линияһын асыу мөмкинлеге лә хәл ителә. Атмосфераға зарарлы матдәләр сығармау хаҡында компания етди хәстәрлек күрә. Экология өлкәһендәге закондарҙы үтәү маҡсатында яңы технологиялар файҙаланыу, заманса ҡорамалдар һатып алыу тәү бурыс. Предприятие лабораторияһында һауала формальдегид миҡдары көн дә үлсәнә һәм уның тереклеккә зыян килтермәҫ күләме һаҡлана.