Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан хеҙмәттәшлектең яңы кимәленә сыға

Тулыраҡ: Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан хеҙмәттәшлектең яңы кимәленә сыға

Бишкәктә Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың Ҡырғыҙстан республикаһы президенты Алмазбәк Атамбаев менән осрашты. Яҡтар ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе артабан нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаев беҙҙең делегацияға «Алтай цивилизацияһы» форумында ҡатнашыуы өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, үҙ сиратында ике арала төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылыуын билдәләне. Рөстәм Хәмитов, алыҫ араларға ҡарамай, ике халыҡты яҡынлаштырыу йәһәтенән тел, мәҙәниәт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыу кәрәк тине.