Бөгөн төнөн Белорет районында ГАЗ һәм Нива машиналары бәрелешеү сәбәпле бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Асыҡланыуынса, йөк машинаһының водитель танҡылығы булмаған.Ауырғазы районында, шулай уҡ төнгө юлда “Шкода” автомобиле юл ситенә осоу сәбәпле ике кеше һәләк булды. Бер тәүлектә генә юл инспекторҙары ҡағиҙә боҙоуҙың 3 меңгә яҡын осрағын иҫкәрткән. Руль артына эскән килеш ултырған 52 водитель тотолған.