Илдә ауыл хужалығы тауарҙары күләменең 47 процентын кесе хужалыҡтар етештерә. Башҡортостанда иһә был һан тағы ла юғарыраҡ. Ярҙамсы хужалыҡтар, шәхси предприятиелар һәм фермерҙарҙы кооперативтарға берләштереп ауыл халҡын иҡтисади әйләнешкә йәлеп итеү. Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә аграрийҙар бөгөн тармаҡтың яңы үҫеш стратегияһы нигеҙҙәрен барланы.Ауыл биләмәләренең 2014-2017 һәм 2020 йылға тиклем үҫеше тураһындағы федераль программаны бойомға ашырыуҙың төп маҡсаты ауылда тормош һәм эшмәкәрлек шарттарын яҡшыртыу. Был йәһәттән төбәктәрҙә газ, һыу үткәргестәр һалына, юлдар төҙөкләндерелә, торлаҡ төҙөлә. Маҡсатлы программаны Рәсәйҙең 80-дән ашыу субьекты үҙ биләмәһендә бойомға ашыра. Ауыл хужалығы етештереү кооперативтары эшен яйға һалыуҙы Липецк өлкәһе уңышлы атҡара. Башҡортостанда ла шәхси хужалыҡтарҙы ошондай ойошмаларға берләштереү ниәте бар. Бер яҡтан ул ауыл йәшәйешен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итһә, икенсенән хужалыҡ итеүселәргә өҫтәмә мөмкинлектәр бирә. Үткән 14 йылда илдә кооперативтар үҫешенә 400 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Аҡсалата ярҙамдан тыш, хужалыҡтар дәүләт гранттарына иҫәп тота ала. Башҡортостан фермерҙары күмәк хужалыҡҡа берләшеү тәҡдименә талапсан ҡарай. Тауар етештереп һатыуҙан тыш ауылда халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләгән, ауылдың көнкүрешендә ҡатнашҡан берләшмәләр кәрәк, ти Федоровка районы фермеры Илһам Аҡсурин.
Үҫер өсөн берләшер кәрәк
Тулыраҡ: Үҫер өсөн берләшер кәрәк