Бөрйән районынан шаҡ ҡатырлыҡ тағы ла бер видео

Тулыраҡ: Бөрйән районынан шаҡ ҡатырлыҡ тағы ла бер видео

Был юлы ҡулдарына балта тотҡан балалар хаҡында түгел, ә ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йылға аша сығыусылар хаҡында. Йәйүлеләр өсөн тәғәйенләнгән аҫылмалы күперҙән бер яҡ ярҙан икенсеһенә автомобиль сығып килә. Баҡтиһәң, ике мең самаһы кеше йәшәгән Иҫке Монасип ауылына был берҙән-бер юл икән. Ул, әлбиттә, автомобилдәр өсөн тәғәйенләнмәгән, әммә башҡаса әмәл ҡалмағас, ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла, йөрөргә тура килә тиҙәр ауылда йәшәүселәр.