Аҡсалары пар булып һауаға оса

Тулыраҡ: Аҡсалары пар булып һауаға оса

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан йорттарҙың береһендә эҫе һыу торбалары тишелеп, подвалдың эсе мунсаға әүерелгән. Фонтан булып урғылған эҫе һыуҙы урындағы халыҡ ике аҙна элек абайлап ҡалған. Йорттоң подвалы, ысын мәғәнәһендә, мунсаға әйләнгән: эҫе пар, ҡуйы томан һәм һыу тамсылары. Һауаның артыҡ дымлы булыуы бер ни тиклем хәүеф тә тыуҙыра. Фатирҙарҙа әйберҙәр еүешләнә, ағас бүртә.Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, торлаҡ хужалығы идаралығына күпме генә шылтыратһалар ҙа, мөрәжәғәттәре яуапһыҙ ҡалған. Ә торбанан аҡҡан һыу менән бергә, фатир хужаларының аҡсаһы ла юҡҡа сыға.Торбалар буйлап бер-нисә метр үткәндән һуң ошондай уҡ хәлде күҙәтергә мөмкин. Унан сыҡҡан эҫе пар арҡаһында подвалдың түбәһенән ямғыр яуа. Беҙҙең ижади төркөм был хәл буйынса Калинин районының торлаҡ хужалығы идаралығына мөрәжәғәт итте. Улар Сельская-Богородская урамындағы авария тураһында бөтөнләй белмәй булып сыҡты.