“Дуҫлыҡ строй” торлаҡ-төҙөлөш кооперативы етәксеһе Валерий Денисовты яҡын арала Кипрҙан Рәсәйгә экстрадициярға тейештәр. Ул 99 кешегә булмаған фатирҙар һатып 300 миллион һумдан ашыу аҡсаны урлауҙа ғәйепләнә. Бөгөн Киров районы судында был мутлашыуҙа ҡатнашыусы тағы ла ике ғәйепләнеүсе эше буйынса сираттағы тыңлауҙар үтте. Камераны күреү менән “Дуҫлыҡ строй” торлаҡ төҙөлөш кооперативы етәксеһе Рәзиф Әбдрәшитов ҡасыу яғын ҡарай. Алданған өлөшсөләренән дә Кооперативтың яңы етәксеһе ошо рәүешле ҡотолоп өйрәнгән. Бына ул, Өфөләге Киров һәм Пархоменко урамдары киҫелешендә төҙөлә башлаған йорт. Хәҙер инде асарбаҡтар төйәк иткән был торлаҡҡа йөҙгә яҡын кеше үҙ аҡсаһын һала. 2010 йылда тапшырылырға тейешле йортта эштәр 7 йыл элек туҡтай. Кооператив менән етәкселек икенсе кеше ҡулына тапшырыла, әммә ул да төҙөлөштө тамамлар урынға аҡсаларҙы законһыҙ рәүештә ойошманан сығарыу эшенә тотона. Был эштә “Энерготехсервис” подрядсы компания етәксеһе Андрей Чеботаревтың да ҡыҫылышы бар, тип иҫәпләй тәфтишселәр. Бөгөнгө суд алдынан уның менән дә һөйләшеү барып сыҡманы. Халыҡтың миллиондарын йыйып матур йәшәү планын ҡороусы Валерий Денисов иһә былтыр көҙ уға ҡарата тикшереү эштәре башланыуын белеп Кипрға ҡаса. Яңыраҡ уны ярымутрау хоҡуҡ һаҡсылары ҡулға алған, әле уны Рәсәйгә экстрадициялау мәсьәләһе хәл ителә. Әлегә раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса өлөшсөләрҙең 300 миллион һумдан ашыу аҡсаһы ла Кипрҙа йорт төҙөүгә киткән, Денисовтарҙың Өфө тирәһендә лә ҡиммәтле аппартаменттары барлығы хаҡында билдәле. Бөгөн суд эскәмйәһендә ултырыусы арҡаҙаштарының береһе лә бөтә ғәйепте уға япһарҙы.
Остап Бендер эшен дауам итеүсе
Тулыраҡ: Остап Бендер эшен дауам итеүсе






