Табын ырыуы йәштәре беренсе тапҡыр ҡор йыйҙы

Тулыраҡ: Табын ырыуы йәштәре беренсе тапҡыр ҡор йыйҙы

Осрашыу Архангель районында уҙҙы. Башҡортостандан ғына түгел, ә илебеҙҙең төрлө өлкәләренән килгән ырыуҙаштарҙы был сара бергә йыйҙы. Дәүләкән районы Буранғол ауылынан Резеда Ҡорбанғәлиева Ҡара Табын ырыуының шәжәрәһен дә алып килгән. Беҙ Башҡортостандың төрлө райондарынан, әммә беҙҙе ата-бабаларыбыҙҙың нәҫел ептәре берләштерә, ти табындар. Ғәли Соҡорой нәҫелдәре-Тәтешле районынан да фестивалгә делегация килгәйне.Йыйынға Әбйәлил, Балтас, Ҡариҙел, Учалы райондары вәкилдәре лә килгәйне. Һәр ҡайһыһы тирмә ҡороп, үҙ ырыуының быуын ағасын төҙөгәйне. Йыйын күңел асыу урыны ғына түгел. Табын башҡорттары борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын да билдәләне. Милли үҙ аңды һәм мәҙәниәтте үҫтереү, телде һаҡлап ҡалыу беҙҙең алдағы төп бурыстар, ти ойоштороусылар.Үҙ нәҫелеңде өйрәнеү-һәр кешенең изге бурысы. Табын ырыуһары фестивале киләсәк быуында тарихи хәтер тәрбиәләүҙе, быуындар күсәгилешлеген тәьмин итеүҙе лә маҡсат итеп ҡуйғайны.Табындар йыйылышы әле беренсе тапҡыр уҙғарыла. Сарала ике өлкәнән, һигеҙ райондан табын ырыуы вәкилдәре килгән. Киләсәктә бындай саралар тағы ла ҡабатланыр, ырыуҙар ебе өҙөлмәҫ..... ти ойоштороусылар.