Өфө-Ырымбур юлында авария

Тулыраҡ: Өфө-Ырымбур юлында авария

Бөгөн Өфө-Ырымбур юлының Ауырғазы районы аша үткән өлөшөндә 4 машина, шул иҫәптән ауыр йөк машинаһы ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй. Ике кеше йәрәхәтләнгән. Еңел өс автомобиль ныҡ ҡына зыян күргән. Авария сәбәпле юлда тығын барлыҡҡа килгән. Ошо минуттарҙа фажиғә урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй.