Быйыл М-5 федераль трассаһының Өфө янында 2 өлөшө төҙөкләндерелергә тейеш. Дөйөм алғанда 18 километрлыҡ юлда асфальт ҡапламын яңыртыу ҡарала. Әле унда ремонт дауам итә, ошоға бәйле урыны менән трассаның бер яғынан ғына үтергә мөмкин. Автоһәүҫкәрҙәр күбеһе тығындар булыуына зарлана.Автоһәүҫкәрҙәр иртәле һәм кисле барлыҡҡа килгән тығындарға зарлана. Шул сәбәпле күптәр эшкә һуңлай. Росавтодор белгестәре хәбәр итеүенсә, юлды төҙөкләндереү алдан билдәләнгән графикка ярашлы алып барыла. Ремонт сентябрь аҙаҡтарына тамамланырға тейеш.
Водителдәр тығындарға зарлана
Тулыраҡ: Водителдәр тығындарға зарлана