Өфөлә Интернационал урамындағы ғәҙәттән тыш хәлдән һуң карст бушлыҡтарын өйрәнеүсе белгестәр яҡынса эш йомғаҡтарын иғлан итте.Күп ҡатлы йортто һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бар, әммә кварталда йәшәүселәр өсөн хәүеф янай. Вологодская, Интернационал, Богдан Хмельницкий һәм Орджоникидзе урамдары менән сикләнгән биләмәлә 20 бинаны ентекләп тикшереп сығырға кәрәк, тигән белгестәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Интернационал урамында еңел автомобиль ер аҫтындағы бушлыҡҡа төшөп киткәйне. Уны эҙләү һөҙөмтә бирмәне
Хәүефле биләмә
Тулыраҡ: Хәүефле биләмә