- Германия сит ил эштәре министры Зигмар Габриэльдың белдереүе Төркиәгә ҡарата мөнәсәбәттең асыҡ өлгөһө. Рәсми Анкара ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға, Германияла парламент һайлауы алдынан сәйәси хәл ҡатмарлаша, Зигмар Габриэльдың белдереүе шуға бәйле булыуы ихтимал тип, хәбәр итә Төркиә мәғлүмәт саралары. Быға тиклем Германия Төркиәгә ҡарата ҡәтғи саралар күреү менән янағайны.
- Германия полицияһы Гамбург портында 3 тонна 800 килограмлыҡ кокаинды ҡулға алған. Ике посылка Парагвайҙан, таш күмер тултырылған контейнерҙа, өсөнсөһө-Уругвайҙан килгән. Тартып алынған наркотиктың дөйөм хағы 800 миллион долларҙан артып китә.
- Америка хакимиәте бынан ары “Касперский лабораторияһы” менән хеҙмәттәшлек итмәйәсәк. Хөкүмәт ойошмаларына ошондай фарман еткерелгән. Был лаборатория эшмәкәрлеген тулыһынса тыйыу тигәнде аңлатмай. Агентлыҡтар антивирусты үҙаллы һатып алала.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре






