Рәсәйҙә ошондай фажиғә йылына 600-гә яҡын сабыйҙың ғүмерен өҙә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, балалар иң йышын юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә имгәнһә, бейектән ҡолап йәрәхәтләнгәндәр икенсе урында. Бындай һәләкәткә 3-тән 6 йәшкә тиклемгеләр йышыраҡ тарый. Тәҙрә тәпәш, рамдар яңы тип тынысланырға ярамай. Бәләкәй бала өсөн ошондай бейеклектән йығылып төшөү ҙә фажиғәле булыуы бар. Яңыраҡ беренсе ҡаттағы ошо тәҙрәләрҙең береһенән алты йәшлек бала ҡолап дауаханаға эләкте.Әле үҙе лә балиғ йәшенә етмәгән был ҡыҙ көндөҙ әсәләре эштә саҡта бәләкәй ҡустыһына күҙ-ҡолаҡ ҡала. Бәхетһеҙ осраҡҡа бары бер нисә минут етә. Беренсе ҡат, асыҡ тәҙрә, ымһындырғыс урам.Сабыйҙарҙың ҡолауының төп сәбәбе москит селтәре ҡуйылған асыҡ тәҙрә. Бала уны ныҡлы кәртә тип уйлап алдана. Бәләкәсте бүлмәлә яңғыҙын ҡалдырмай булмай икән, тәҙрәне ябып сығыу хәйерле. Тәҙрәләрҙе хәүефтән йыһазландырыу, ата-әсәнең уяулығын нығытыу сараларының йыл һайын ҡабатланыуына ҡарамаҫтан Өфөлә генә быйыл 6 бала 17-се дауахананың травматология һәм нейрохирургия бүлегенә килтерелгән. Йәрәхәтләнеүҙәр кимәле бейеклек юғарылығына бәйле, ти нейрохирургия бүлеге мөдире Евгений Котриков. Имгәнеүҙәрҙең ғәриплеккә килтергәне лә күп. Тиҙ ярҙам машинаһында уҡ үлем осраҡтары ла теркәлә.Табиптар һәм тәжрибәле ата-әсә бер тауыштан балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, уларҙы тәҙрә төбөндә уйнарға өйрәтмәҫкә саҡыра. Асыҡ тәҙрәгә сылбыр, йоҙағына бик һалырға ла мөмкин. Бала именлеге хаҡына бар ысул да ҡулай, тик уларҙың береһе лә ата-әсә яуаплығын алмаштыра алмай.
Йәйҙең эҫе көндәре йыл да тәҙрәнән осҡан балалар исемлеген арттыра
Тулыраҡ: Йәйҙең эҫе көндәре йыл да тәҙрәнән осҡан балалар исемлеген арттыра