Тәфтишселәр һөнәри байрамын билдәләй

Тулыраҡ: Тәфтишселәр һөнәри байрамын билдәләй

Кеше менән бәйләнеш булдырыу, мәғлүмәтте ентекләп өйрәнеп тик кәрәклеһен һайлап алыу һәм сәйәси фирҡәләрҙең береһенә лә инмәй йәмәғәт эшендә ҡатнашмау. Был һөнәр эйәләре ошо талаптарҙы мотлаҡ үтәргә бурыслы. Бөгөн Рәсәй тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй.Башҡортостанда ғына Закон үтәлеше һағында республика идаралығы һәм 27 төбәк бүлектәрендә эшләгән 158 тәфтишсе тора. Йәмғиәттә тәртип һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы дәүләт ҡанундарын белеү генә түгел уларҙы теүәл үтәргә мәжбүр итә. Енәйәттәрҙе тиҙ һәм ғәҙел асыҡлар өсөн тәфтишселәрҙең һөнәри һәләттәренә ярҙамға заманса техника ҡушыла.Замана енәйәттәре заман техникаһы менән атҡарыла икән, уларҙы асыҡлау маҡсатында ҡоролған йыһаздар тағы ла камилыраҡ. Цифра мәғлүмәттәрен туплау һәм эшкәртеү буйынса күсмә комплект ярҙамында телефондан элек юйҙырылған яҙыуҙарҙы ла уҡырға мөмкин.Кеше ҡулында ҡалған бар эҙҙәрҙе тәфтишселәр цианоакрилат камера ярҙамында асыҡлай. Был ысул бармаҡ һыҙаттарынан тыш шәхестең физиологик үҙенсәлектәрен билдәләргә лә булышлыҡ итә. Кешенең психика-физиологик торошона ҡарап енәйәткә мөнәсәбәте бармы-юҡмы икәнен асыҡлар өсөн полиграф атамалы прибор ҡулланалар. Ҡатмарлы иҫәпләүҙәр алдынан оҙайлы һәм етди әҙерлек талап ителә. Халыҡта “ялған детекторы” тип танылған ҡоролма ысынында алдашыу-алдашмауҙы түгел, ә стресс кимәлен билдәләүгә нигеҙләнгән.Енәйәт асыҡлау барышында тәфтишселәр тәү сиратта ошо енәйәт ҡылынған урында эшләй. Был осраҡта ла тиҙлек һәм ғәҙеллек өсөн махсус ҡорамалдар ҡулланыла. Был криминалистика бүлегенең уҡыу полигоны – бер бүлмәле фатирға оҡшатып йыһазландырылған урында көнкүреш енәйәттәренең иң йыш осраҡы тикшерелә. Күнегеүҙәр йәш белгестәр өсөн.Бүлмәлә осраҡлы әйбер юҡ. Келәмдәге эҙҙәр, диуарҙағы тамсылар, көнкүреш ҡоралдары – һәммәһенең енәйәткә тура ҡағылышы бар. Тәфтишсе күҙе береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай.2017 йылдың тәүге яртыһында республикала теркәлгән енәйәттәр һаны 18 процентҡа кәмегән. Әммә кеше үлтереү һәм көсләү осраҡтары йышайған. Вазифалағы енәйәттәр һанын асыҡлау кимәле артҡан, әммә ришүәт алыу осраҡтары кәмерәк теркәлгән. Тәфтиш органдарының төп маҡсаты – шәхес именлегенә ҡаршы енәйәттәрҙе тикшереү һәм асыҡлау, хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын боҙоуҙы иҫкәртеү, дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау. Байрам уңайынан тәфтиш комитетында һөнәри өлкәлә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙе хөрмәтләү тантанаһын үтте.