Бөрө районында археологтар 3-8–се быуаттарҙа йәшәгән боронғо кешеләрҙең һөйәктәрен эҙләй. Зыяратта етмешенсе йылдарҙан алып алты йөҙҙән ашыу ҡәберлек табылған. Был урынға фәнни экспедиция менән Венгриянан да археологтар килде. Әлеге ваҡытта археологтар ниндәй табышҡа юлыҡҡанлығы менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды.Ҡаҙыу эштәре менән булышҡанда иң мөһиме иғтибарлы булыу, ти археологтар. Бөрө районындағы яланда меңәрләгән йылдар буйына һаҡланған боронғо ҡәберлектәрҙе эҙләү өсөн килгән археологтар инде икенсе аҙна яуаплы эш менән мәшғүл. Бында ҡәберлектәр барлығы егерменсе быуаттың башында уҡ билдәле булған. 1950 йылда тап ошо урында тәүге ҡаҙыу эштәре башланған. Быйыл ер аҫтында быуаттар буйы һаҡланған ҡомартҡыларҙы эҙләү маҡсаты менән Башҡортостанға Венгриянан да археологтар килде. Тарихтан билдәле булыуынса, борон беҙҙең республика биләмәһендә был халыҡтың ата-бабалары йәшәгән.Археологтар һүҙҙәре буйынса, етмешенсе йылдарҙан алып ошо урында ғына алты йөҙгә яҡын ҡәберлек табылған. Һәр бер табыш улар өсөн ҙур ҡаҙаныш. Боронғо кешеләрҙең һөйәктәрен, биҙәүестәрен ҡаҙып сығарыуҙан тыш уны имгәтмәү ҙә мөһим. Шуға ла археологтар күп төрлө ҡоралдар менән эшләй. Ерҙең өҫкө ҡатын ябай көрәк менән ҡаҙып сығарғандан һуң, ошондай махсус көрәк менән табышҡа эҙләнеү эштәре башлана. Һуңынан бумала менән уны таҙартып сығаралар. 2006 йылдан үткәрелгән ҡаҙыныу эштәре барышында миллионға яҡын артефакттар табылған. Археологтар өсөн ер аҫтынан табылған бәләкәй генә тимер ҙә ҙур табыш. Бөрө районында ла фәнни экспедиция ваҡытында археологтар күп тарихи ҡомартҡыларға тап булды һәм эҙләнеү-тикшереү эштәре уңышлы булды тип әйтеү хата булмаҫ.Табылған тарихи ҡомартҡыларҙы археологтар тикшереү үҙәгенә тапшыра. Ярты йыл эсендә табыштың төҙөлөшө, ҡайһы дәүерҙә йәшәгәне тикшерелеп тарихҡа теркәлә.
Бөрө районында археологик экспедиция
Тулыраҡ: Бөрө районында археологик экспедиция