Был турала Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов төбәктең иң ҙур телерадиокомпаниялары-Рәсәй-Башҡортостан һәм Башҡортостан Юлдаш телеканалдары етәкселәре менән әңгәмәләшкәндә белдерҙе. Быйыл республикала кәм тигәндә 2 миллион 500 мең тонна иген йыйып алынасаҡ. Әгәр августа көндәр йылы торһа уның 3 миллион тоннаға ла етеүе ихтимал. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, борсолорға урын юҡ, был хәл тулыһынса күҙәтеүгә алынған.Республика башлығы өлөшсөләр мәсьәләһенә лә туҡталды. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, тиҙҙән өлөшсөләрҙе яҡлау ҡануни яҡтан нығытыласаҡ. Ғөмүмән, республика үҙ граждандарына мөмкин булған ярҙамды күрһәтәсәк.
Республиканың аҙыҡ-түлек именлеге быйыл да тулыһынса тәьмин ителәсәк
Тулыраҡ: Республиканың аҙыҡ-түлек именлеге быйыл да тулыһынса тәьмин ителәсәк