Туймазы районынан 31 йәшлек ир етенсе модель ВАЗ машинаһында юғары тиҙлектә юл ситенә осто. Һөҙөмтәлә уның пассажиры һәләк булды. Водитель спиртлы эсемлек ҡулланыуға медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан, уның машина йөрөтөүгә таныҡлығы ла булмаған.Ә Иглин районында 33 йәшлек ир “Урал” мотоциклында ҡоймаға бәрелеп вафат булды. Ике тәгәрмәсле транспорт бер ҡайҙа ла теркәлмәгән булған, етмәһә һәләк булыусының үҙе менән водитель таныҡлығы ла булмаған. Иртәгә “Хәйереле иртә, республика” тапшырыуында Башҡортостан юлдарындағы хәлгә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәргә бәйле етди һөйләшеү буласаҡ. Студия ҡунағы Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдтинов. Уға 295-98-72 телефоны буйынса һоруҙар бирә алаһығыҙ.
Бөгөн Бәләбәй районындағы төнгө уҙыш фажиғә менән тамамланды
Тулыраҡ: Бөгөн Бәләбәй районындағы төнгө уҙыш фажиғә менән тамамланды