Өфөлә яңы технология буйынса түшәлгән асфальт һынау үтә

Тулыраҡ: Өфөлә яңы технология буйынса түшәлгән асфальт һынау үтә

Белгестәр билдәләүенсә, яңы юл түшәме үҙенең сифаты менән айырыла һәм ул оҙаҡҡа сыҙай.Асфальттың беренсе өлөшөн Салауат Юлаев проспектынан Әй урамына менгән үткәүелгә түшәнеләр. Яңы япма тығыҙлығы буйынса күпкә ҡатыраҡ. Тап ошо сифат юлдың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙағайтасаҡ. Бөтә эштәр “Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар” проекты сиктәрендә башҡарыла. Росавтодор вәкилдәре билдәләүенсә, яңы асфальт 12 йылға етергә тейеш.