- Швейцарияның Шаффхаузен ҡалаһында ҡулына бензин ярҙамында эшләүсе бысҡы тотоп алған ир үтеп барыусыларға һөжүм иткән. Биш кеше йәрәхәтләнгән. Ике кеше ауыр хәлдә тип хәбәр ителә. Енәйәттә шикләнеүсенең кем икәне асыҡланған. Ҡала үҙәге уратып алынған.
- Иордандың көнбайыш ярында, Рамалла ҡалаһынан йыраҡ түгел фәлестиндар Израилдың именлек көстәренә һөжүм иткән. Яуап итеп хәрбиҙәр ут асҡан. Яраланыусылар бар. Хәлдең ҡатмарлашыуы, тәү сиратта, Әль-Акса мәсетенә ингәндә именлек сараларының көсәйтелеүенә бәйле. Израиль хакимиәте төбәктә хоҡуҡ һаҡлау органдарын тулы хәрби әҙерлеккә килтергән.
- Анкарала ике уҡытыусыны яҡлап үткәрелгән митинг ваҡытында 47 кеше ҡулға алынған. Ике уҡытыусы ла фетнәнән һуң эшләгән урындарынан ҡыуылғайны. Уларҙың 20 йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Европа советы тотҡондарҙы кисекмәҫтән азат итергә саҡыра.
- 12 сәғәт туҡтамай яуған ямғырҙарҙан һуң Норвегияның айырым райондарын һыу баҫҡан. Күперҙәр емерелгән, автомобилдәр ағып киткән. Метеорологтар фекеренсә, Европалағы аномаль һауа торошо климат үҙгәреүгә бәйле. Быға тиклем Париж метроһын һыу баҫҡайны, ҡойма ямғырҙар сбәпле Германияның күп өлөшө һыу аҫтында ҡалды, Португалияла урмандар янды.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре






