Хаҡлы ял йәшенә етеп тә эшен дауам иткән хеҙмәткәрҙәргә 1 августан пенсия күләме арта

Тулыраҡ: Хаҡлы ял йәшенә етеп тә эшен дауам иткән хеҙмәткәрҙәргә 1 августан пенсия күләме арта

Был хаҡта Рәсәй пенсия фондының Башҡортостандағы идарасыһы Фоат Хантимеров белдерҙе. Пенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләтеү өсөн ғариза талап ителмәй. 2016 йылда эш биреүселәрҙең Пенсия фондына тапшырған мәғлүмәттәренә ярашлы, улар автомат режимында үҙгәртеләсәк. Ғәҙәттәге индексациянан был иҫәпләүҙәр һәр пенсионер өсөн хеҙмәт осоро һәм түләнгән страховка иғәнәләре күләменә ҡарап айырым билдәләнә.Пенсияны ҡайтанан иҫәпләүҙең йәнә бер төрөн бала тәбиәләп үҫтергән ата-әсә файҙалана ала. Беренсе баланы йәш ярымға тиклем ҡарап өйҙә торған осор өсөн 1,8, икенсеһен — 3,6, өсөнсө һәм дүртенсеһен — 5,4 балл ҡушыла. Пенсия билдәләү арауыҡтарының страховка түләгән һәм түләмәгән осорҙары бер-береһенә тап килгән осраҡта бала ҡарап үткәргән осор дөйөм стаждан алып ташлана. Был иҫәпләүҙәрҙең иһә пенсия күләмен арттырыуға йәки киреһенсә кәметеүгә килтереүе мөмкин. Ҡайтанан иҫәпләүгә теләк белдергәндәрҙең һәр ҡайһыһына шәхсән күләм барлыҡҡа килә. Пенсияны был сәбәп менән ҡайтанан иҫәпләтеү шәхси ғариза буйынса башҡарыла.