Еләк бешә алланып

Тулыраҡ: Еләк бешә алланып

Беҙҙең хәбәрселәр хаҡтарҙы сағыштырҙы. Башҡортостан буйынса дәүләт статистика хеҙмәте биргән мәғлүмәттәр буйынса үткән аҙнанан башлы һуған, кишер, ҡайһы бер ярмаларға, сырҙарға хаҡ бер аҙ күтәрелгән. Ә емеш-еләкте, һөт ризыҡтарын халыҡ ҡайҙа һәм нисә һумға һатып ала икән? Ямғыр булыуға ҡарамаҫтан урам йәрминкәләре гөрләп тора. Халыҡ башлыса урман еләген эҙләй. Уның бер килограмм өсөн хаҡы 250 һумдан 350 һумға тиклем тирбәлә. 5 литрлыҡ биҙрәләген 800 һумға, 7 литрлығын 1100-гә һатып алырға мөмкин.Баш ҡалала йәшәүселәр баҡсала үҫтерелгән, урман-яландарҙан йыйып алынған емеш-еләккә өҫтөнлөк бирә. Йәйҙең тәмен йыйып өлгөргән һутлы ер еләктәре быйыл ҡыйбатыраҡҡа төшә һатып алыусыларға.Еләкте алмаштырып был аҙнала ҡарағат, сейә һәм ҡурай еләктәре мөлдөрәмә тулы күнәсектәр баҙар кәштәләренә теҙелде.Аҡса емеше түгел, баҡса емеше, тиһәләр ҙә түтәлдәр һәм ҡыуаҡтар емештән һығылып торһон өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк.Ҡарағатты баҡсасылар килограмын 200 һумдан һата, бәшмәктәр ҙә йәрминкәгә ошо хаҡ менән сығарылған. Һөт ризыҡтарына килгәндә, һатып алыусылар уларға хаҡтарҙың күтәрелеүен күҙәткән.Статистика хеҙмәтендә һөт ризыҡтарына үткән аҙна менән сағыштырғанда хаҡтар бер кимәлдә, тип белдерәләр. Һөттөң бер литры 33-тән алып 75 һумға тиклем тора. Ферманан килтерелгән аҡ ризыҡтар комбинатта эшкәртелгәндәренә ҡарағанда ҡыйбатыраҡҡа һатыла. Үҙ иткән һәм көн дә кәрәкле аҙыҡ – түлекте, шулай ҙа, баш ҡала халҡы хаҡына ҡарамайынса һатып аласағын йәшермәй, тик эш хаҡы, пенсия аҡсаһы ваҡытында килеп торһон һәм көнитмешебеҙ тыныс булһын.