Башҡортостанда аҙыҡ-түлек арзаная

Тулыраҡ: Башҡортостанда аҙыҡ-түлек арзаная

Республика статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала кәбеҫтә ныҡ арзанайған, килограмы 30 һум менән һатыла. Бер-нисә аҙна элек уның килограмы 45 һум 72 тин ине. Шулай уҡ, картуфҡа һәм алмаға хаҡ төшкән. Һөт, икмәк, йомортҡа, сәй, тауыҡ, һарыҡ, һыйыр, сусҡа ите, көнбағыш майы, тоҙ, туңдырылған балыҡ, дөгө һәм аҡ май осһоҙланған.