Бинаны бушатырға тигән суд ҡарары булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр үҙ торлағын ташлап китергә теләмәй. Улар ҡала хакимиәтенән 2 бүлмәле фатир биреүҙәрен талап итә, ә закон буйынса тейешле бүлмәне улар сит кешеләргә бүләк иткән. Торлаҡ бирергә, ярамай ҡыуырға, йә торлаҡ бирергә ярамай, ҡыуырға? Баженовтар ғаиләһенең үҙ мөйөшө өсөн көрәш тарихында һүҙбәйләнештәрҙең икеһе лә дөрөҫ яңғырай кеүек. 90-сы йылдарҙа шырпы фабрикаһына ҡараған йорттар муниципалитетҡа күсерелгәс, авария хәлендәге бинанан кешеләрҙе күсереү башлана. Емерек хәлдәге бинала Баженовтар үҙҙәре генә тороп ҡала. Законлы 15 квадрат метр етмәгәс улар бушаған бүлмәләрҙе лә баҫып ала. Бер нисә йылдан фатир бирәләр тигән вәғәҙәләргә ышанып сирек быуат үтә. Был ваҡыт эсендә йорттар муниципалитетҡа күсә. Иркенерәк квадраттар өсөн бер-нисә тапҡыр судлашып та ҡарайҙар. Әммә бөтә осраҡта ла еңеләләр.Һүтелә башлаған йортта йәшәүсе ғаилә хәҙер үҙе суд ҡарарын боҙоусы, уларҙы сығарыу өсөн приставтарҙы йәлеп итергә тура килә.Ереккән ерен ташлап китергә теләмәүселәр менән көрәш хаҡында нәфис фильмдарҙан да яҡшы таныш.Әйткәндәй, Баженовтарҙың закон буйынса бирелгән ҡала үҙәгендә 18 квадрат метрлыҡ бүлмәһе бар. Тик ике бүлмәле фатирҙы элекке күршеләре менән бүлешергә теләмәйенсә, унда күсенеүҙән баш тарталар. Авариялы йорттан күсеүселәр араһында яҡшы өлөш алып ҡалырға теләүселәр юҡ түгел. Мәҫәлән, Затон күперен һалған саҡта, төҙөлөшкә ҡамасаулаған коттедж хужаһы 75 миллион һум талап иткәйне. Баженовтар ҙа элекке нормалар буйынса 2 бүлмәле фатир биреүҙәрен талап итә. Әммә бөгөнгө закондар буйынса, хатта шартлы рәүештә лә был мөмкин түгел. Шулай ҙа ғаилә утһыҙ һәм һыуһыҙ яҡшы өлөш өсөн көрәшеүен дауам итә.
Өфөлә 2 ғаилә йәшәгән авария хәлендәге йортто һүтәләр
Тулыраҡ: Өфөлә 2 ғаилә йәшәгән авария хәлендәге йортто һүтәләр






