Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Америкаға осоп барып етәрлек континент-ара баллистик ракета эшләү өсөн Төнъяҡ Кореяға бер йыл кәрәк. Ҡушма Штаттарҙың үҙәк разведка идаралығы шундай һығымтаға килгән. Пхеньян әле үк Алясканы утҡа тота ала. Шуға ла Америкала Төньяҡ Кореяның был программаһы ил өсөн етди хәүеф тыуҙыра тип белдергәндәр.
  • Америкала трансгендерҙар хәрби хеҙмәткә саҡырылмаясаҡ. Дональд Трам шундай ҡарарға килгән. “Генералдар һәм хәрби белгестәр менән кәңәшләшкәндән һуң мин трансгендерҙарҙы Ҡораллы көстәргә бер вазифаға ла алмаҫа тигән ҡарарға килдем,”-тигән Америка президенты.
  • Рәсәй тәүге тапҡыр Сүриәлә Көнсығыш Гутуға гуманитар ярҙам алып барҙы. Ауыр һөйләшеүҙәрҙән һуң аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар тейәгән КАМАЗ-дар оппозицияның “Джейш әль-Ислам” төркөмсәһе контролендә булған ҡалаға килде.