“Хәйерле иртә, республика” тапшырыуы эфир киңлектәрен яулап, халыҡ араһында киң билдәлелек алды. Донъяға, илгә, республикаға билдәле бик күп шәхестәр студияла ҡунағы булды. Уларҙың араһында Рәсәй телеканалы алып барыусыһы Елена Николаева ла бар. Башҡортостан халҡы яраҡан алып барыусыһын бик йылы ҡабул итте һәм “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуы күп тарафтарға ҡунаҡҡа саҡырҙы. Мәскәү ҡыҙы Архангель районына юлланды. . “Рәсәй” телеканалында барған “Утро России” программаһының алып барыусыһын “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында күреп, Башҡортостан халҡы йыл ҡабул итте. Елена Николаева башҡорттарҙың көнкүреше, милли ризыҡтары менән танышырға килеүен белеп, телевизор ҡараусылар үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра башланы. Ә өлгөрҙәре телеүҙәккә килеп, күстәнәс тә тапшыра һалды.Рәсәй телеканалы алып барыусыһы бихисап саҡырыуҙар араһынан Архангель районын һайланы. Ауыл тормошон күреү теләге Мәскәү ҡунағын 100 саҡрымдан ашыу юл да туҡтатманы. Ул беҙҙең төбәктең тәбиғәтенә һоҡланып, Башҡортостанды “йәшел” республика тип атаны. Ҡыҙыҡлы һөйләшеү менән юл һиҙелмәй ҙә ҡалды.Архангель районының Уҫаҡлы ауылынан шылтыратҡан тамашасыбыҙ Гөлфирә апай беҙҙе күреп бер аҙ баҙап та ҡалды. Ә бына ейәне менән Елена тиҙ арала уртаҡ тел тапты.Ҡала ҡыҙы ярһып торған йылҡы алдында ла баҙап ҡалманы. Тәүге тапҡыр бейә һауһа ла, һөтө мул ғына сыҡты. Халыҡ әйтмешләй, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй.Шәрәфетдиновтар ғаиләһе башҡорттарҙа быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡымыҙ эшләү серҙәре менән ихлас уртаҡлашты. Мәскәү ҡунағы һауған һөтөн, үҙе бешеп тә ҡараны.Ташкент ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ шифалы эсемлектең файҙаһын яҡшы белә, әммә Башҡортостанда ғына уны нисек етештергәндәрен күреү, өҫтәүенә был процесста ҡатнашыу бәхете татыны, ти Елена Николаева. Ихлас осрашыуҙар, башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы, тәбиғәттең матурлығы Мәскәү ҡыҙында тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
“Рәсәй иртәһе” йондоҙо “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында ҡабынды
Тулыраҡ: “Рәсәй иртәһе” йондоҙо “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында ҡабынды