Руль артында кем ултырған?

Тулыраҡ: Руль артында кем ултырған?

Саҡмағош районының юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе, шаһиттар хәбәр итеүенсә, эскән килеш руль артына ултырып юл-транспорт фажиғәһенә эләккән.Был кадрҙан күренеүенсә, 15-се модель ВАЗ машинаһында ир ҡапыл ҡуҙғалып китеп Джипҡа бәрелә. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында аяғында ла баҫып тора алмаған ирҙең, ысынлап та, райондың баш автоинспекторы икәнен раҫланылар. Республика буйынса эске эштәр министрлығында был эш буйынса тикшереү башлағандар. Әгәр етәксенең эскән килеш руль артына ултырғаны асыҡланһа, уның бөгөн үк эштән ҡыуылыуы ихтимал.