Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына урындағы халыҡ хәбәр итә. Ваҡиға урынына 50 кешенән һәм 14 берәмек техниканан торған ҡотҡарыу бригадаһы ебәрелә. Табаҫҡытамаҡ ауылы эргәһендә нефть продукттарының ағып сыҡҡан урынын табалар. Әле торбалар ямалған, тәбиғәткә килгән зыян күләмен һәм сәбәптәрен асыҡлау бара. Урындағы халыҡ иҫкәртелгән тип хәбәр итә ҡотҡарыусылар.
Дыуан районындағы Әйәҙ йылғаһына нефть ҡалдыҡтары түгелгән
Тулыраҡ: Дыуан районындағы Әйәҙ йылғаһына нефть ҡалдыҡтары түгелгән