Нодуляр дерматит тип аталған вирус әлеге ваҡытта күрше төбәктең 6 районында таралған. Ауырыу йоҡторған һыйырҙарҙың тиреһе бүртеп сыға, артабан ул күҙҙе, эсәк-ашҡаҙанды һәм тын юлын зарарлауы ихтимал. Сирҙе дауалау өсөн әлегә махсус препараттар уйлап табылмаған. Уның себен, серәкәй, күгәүен кеүек ҡан эскес бөжәктәр аша таралыуы, һөт аша быҙауҙарға күсеүе, хатта кешеләрҙең дә уны таратыусы булыуы хәүефкә һала.
Ырымбур өлкәһе менән сиктәш райондарҙағы һыйыр малдарына йоғошло ауырыу янай
Тулыраҡ: Ырымбур өлкәһе менән сиктәш райондарҙағы һыйыр малдарына йоғошло ауырыу янай