Ауырыуҙы асыҡлауҙа еңел ысул

Тулыраҡ: Ауырыуҙы асыҡлауҙа еңел ысул

Һуңғы биш йылда Рәсәйҙә яман шеште иртә, 1-се йә 2-се стадияһында, асыҡлау осраҡтары йышайҙы. Федераль аҙналыҡтарҙың береһенә биргән интервьюһында Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова: “Киләһе йылдан онкологик сирҙәрҙең айырым төрҙәрен асыҡлау маҡсатында кешеләр ике йылға бер махсус тикшереү үтә башлаясаҡ”, — тип белдерҙе. Сәләмәтлек һағына тейешле сараларҙы табиптарҙан алда кешеләр үҙе күрһә хәл күпкә яҡшырыр ине. Организмдың ҡайһы сирҙәргә бирешеүсәнлеген асыҡлар өсөн табип юлламаһы кәрәкмәй. Теләк менән 30 секунд ваҡыт етә. Хәҙерге ваҡытта һаулыҡ һаҡлауҙа тәү иҫкәртеү саралары менән алдан дауаланыу стандарттары киң тарала. Гиппократтың “сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк” тигән хәҡиҡәте ғәмәлдә нығытыла. Нәҫел сире хәүефе, йәиһә, тирә-яҡ мөхит йоғонтоһона бәйле ауырыу ҡурҡынысын көнэлгәре асыҡлау өсөн Өфөләге медицина-генетика лабораторияһында белгестәр ҙә, ҡорамалдар ҙа бар.Генетик тест талап иткән биологик материалды иһә белгесте өйгә саҡыртып тапшырырға ла ярай. Шәхси мәғлүмәттәрҙе тикшереүгә рыуҙы асыҡлауҙа яңы ысуляҙма ризалыҡ биргәндә исемеңде күрһәтеү ҙә мотлаҡ түгел. Теләк булһа был лабораторияла нәҫелгә хас сирҙәр исемлеген барлаған шәжәрә төҙөп үҙеңдең генетик паспортыңды яһатырға ла мөмкин. Хеҙмәттәрҙең түләүле булыуы һаулыҡҡа янаған хәүеф осраҡтарын асыҡлап киҫкен сирҙәрҙе булдырмау мөһимлеген иҫәпкә алғанда ҙур әһәмиәткә эйә түгел.Беҙ нәҫелде үҙгәртмәйбеҙ, ә һеҙҙең мөмкинлектәрҙе асабыҙ, ти генетика белгестәре. ДНК тестарҙың бихисабы кәүҙәнең уңайлы ауырлығын, организмдың сыҙамлығын, спорт күнегеүҙәренә яраҡлығын асыҡлауға йүнәлтелгән. Кешенең мөхиттәге зарарлы матдәләргә ҡаршы тороуы, дарыуҙарҙы үҙләштереү, стресҡа бирешеү-бирешмәүсәнлек кимәлдәрен дә тикшереп белергә була. Биологик материал Башҡорт Дәүләт университеты лабораторияһында тикшерелә. Генетик тест һөҙөмтәләрен кәм тигәндә 5-10 көн көтөргә тура киләсәк.Хәйер барыһы ла тикшереүҙең ниндәй маҡсатта үткәрелеүенә бәйле. Кеше организмындағы һәр ген айырым мәғлүмәт сығанағы.Генетик тикшеренеүҙең маҡсаты иһә һөҙөмтәләр буйынса киҫкен йомғаҡ яһау түгел, ә организмдың тәбиғи серҙәрен файҙаланып нәҫелдән килгән сырхауҙарҙы кисектереү юлдарын табыу. Һәм сәләмәт тормош осорон оҙайтыу.