73 йәшлек абитуриент

Тулыраҡ: 73 йәшлек абитуриент

Башҡорт дәүләт университеты тарих факультетының ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттары исемлегендә оло йәштәге апайҙың барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был ғәҙәти түгел күренеш университет хеҙмәткәрҙәрен аптырашта ҡалдырған. 30 йәшкә тиклем юғары белем алып өлгөрөргә тырышҡан студенттар араһында 73 йәшлек Вера Цибульскаяның барлыҡҡа киләсәген һәм уның тарихты өйрәнергә оло теләк менән янып вузға килеүен улар шулай уҡ һоҡланып та ҡабул итә. 73 йәштәгеләр араһында бик һирәктәр генә бындай ҡыйыу һүҙҙәрҙе әйтә алалыр. Тарихҡа ҡыҙыҡһыныу Вера Цибульскаяла бихисап һуғыштарҙа ҡатнашҡан һалдат — атаһы тураһында мәғлүмәт йыйғанда тыуа. 1901 йылда төҙөлгән йортона һәм ул ултырған ергә документтар юллағанда ла уға архивта күп ваҡыт үткәрергә тура килә. Тап шул саҡта уҡырға инеү теләге тоҡана ла инде оло апайҙа. Тиҙҙән бәлки тап ошо аудиторияла Вера Васильевна тарих төпкөлөн байҡар. Ул күптән ҡыҙын уҡытып һөнәрле иткән, ейәндәре лә студенттар. Хәҙер иһә үҙенең күптәнге хыялын торморшҡа ашырырға ла ваҡыт.30 йылдан ашыу технолог булып эшләгән апайҙы Нефть-техник университетына ла саҡыралар. Ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия һәм Башҡорт дәүләт университеттарының тарих факультеттарына инергә теләп ғариза яҙа. Уҡырға теләге ҙур Вера апайҙың белем алыуы бала сағынан алып ҡаршылыҡтарға осрай.Башҡорт дәүләт университетына имтихандарҙы Вера Цибульская уңышлы тапшырған һәм имтихан комиссияһы ағзаларын төплө белеме менән хайран иткән. Әлеге ваҡытта өлкән абитуриент педагогия университетында тапшырған имтихандарының һөҙөмтәһен көтә. Студент билетын алғас, белем нигеҙе — архивтарға, китапханаларға ишектәрҙең гел асыҡ булырын күҙаллап һөйөнә.