Халыҡта экологик мәҙәнилек сифатын нисек тормошҡа ашырырға мөмкин?

Тулыраҡ: Халыҡта экологик мәҙәнилек сифатын нисек тормошҡа ашырырға мөмкин?

Таҙартҡан ер түгел, ә бысратмаған ер таҙа, ти Өфөлә йәшәүсе Ирина Сухарева. Вадим Никулин йыш ҡына Ҡариҙел йылғаһы буйында ял итергә, балыҡ тоторға ярата. Тик кисен яҡындағы кафеға килеп кәйеф-сафа асыусы йәштәр яр буйын сүп-сар менән тултыра, шуныһы күңелде ҡыра, ти ул.Республикала был хәл менән көрәшеүселәр ҙә юҡ түгел. Башҡортостандың студент отрядтары етәксеһе Ирина Сухарева, юғары уҡыу йорто ҡыҙҙары һәм егеттәре менән йыш ҡына йылға-күл буйҙарын йыйыштырырға сығабыҙ, ял иткән урындарыбыҙҙы ла тәртиптә тотабыҙ, ти. Юлдарҙа пластик шешәләр, ҡағыҙ тулып ята. Уларҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре генә йыйып алырға өлгөрмәй. Йәй башында ойошторолған өмәләрҙә бик күп ҡый йыйып алына. Ләкин оҙаҡ та үтмәй, тағы ла шул уҡ хәл ҡабатлана. Шуға экологик мәҙәнилекте кешегә бала саҡтан һеңдерергә кәрәк, тигән фекерҙә Ирина.Ирина Сухарева әйтеүенсә, студент отрядттары менән йылына ике тапҡыр, яҙын һәм көҙөн, ҙур өмә эшләйҙәр. Был акцияла һәр теләгән кеше ҡатнашып, тирә-йүндә тәртип булдырырға ярҙам итеү мөмкинселеге бар. Таҙартҡан ерҙә түгел, ә бысратмаған ерҙә таҙа тиҙәр. Һәр беребеҙ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерһә, эште үҙенең ихатаһынан, эргә-тирәләге йылға-күл буйҙарын таҙартыуҙан башлаһа, хәл күпкә яҡшырыр ине.