- Польшала “Декоммунизация тураһында” яңыраҡ ҡабул ителгән закон нигеҙендә Совет һалдаттарының һәйкәлдәрен емереү рәсми Мәскәү яғынан яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Рәсәй сит ил эштәре министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, законды эшләүсе сәйәсмәндәргә ҡарата шәхсән санкциялар индереү, был мәсьәләгә иғтибар йәлеп итеү өсөн халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа әүҙемерәк эшләү ҡарала.
- Сүриәлә шаһиттар Америка Ҡушма Штаттары етәкселегендәге коалицияның мәктәптәрҙе һәм дауаханаларҙы утҡа тотоуы тураһында хәбәр итә. Раккала хәрби хәрәкәттәр барған урындарҙан ҡасыусылар коалиция ғәскәрҙәренең халыҡ-ара килешеүҙәр менән тыйылған ҡорал ҡулланыуы тураһында белдергән.
- Ҡытайҙың халыҡ армияһы ойошторолоуға 90 йыл тулыу уңайынан Чжужихе хәрби базаһы биләмәһендә парад үткән. Уны ил етәксеһе СИ Цзиньпин ҡабул иткән. Парадтағы ҡоралдың 40 проценттан ашыуы тәүге тапҡыр күрһәтелгән.
- Ҡытайҙың көнсығышында көслө дауыл һөҙөмтәһендә бик күп кеше утһыҙ ҡалған. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Елдең тиҙлеге урыны менән секундына 173 саҡырымға еткән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре






