Ҡайҙа лайыҡлы эш хаҡы түләйҙәр?

Тулыраҡ: Ҡайҙа лайыҡлы эш хаҡы түләйҙәр?

Хәҙерге ваҡытта берәүҙәр самалы, әммә тотороҡло эш хаҡын һайлаһа, икенселәр мул аҡса алыу мөмкинлеге тыуҙырған тармаҡтарға йөҙ бора. Ҡайҙа күберәк түләйҙәр? Мул килем хәҙер юғары белемгә бәйләнмәгән. Хеҙмәт баҙарында, башлыса, эшсе һөнәрҙәр талап ителә. Тәжрибәһе булған хемәткәрҙәргә лайыҡлы эш хаҡы түләнә. Хәҙер бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгән ир-ат, вахта ысулы менән Себергә йөрөп эшләүҙе һайлай. Фрезеровщик, машина йөрөтөүсе, иретеп йәбештереүселәрҙең эш хаҡы унда һикһән-туҡһан меңгә барып етә. Әгәр ҙә эш таба алмаһа, сит илдәрҙә лә вакансиялар бар. Өйҙә ултырып сит ил менән бәйләнешкә сығып эшкә урынлашыу буйынса әңгәмәләшә ала. Һуңғы осорҙа сит телдәр буйынса белгес, туризм һәм финанс, мәғлүмәт технологиялары, маркетинг һәм реклама тармаҡтары хеҙмәткәре булырға теләгәндәр һаны артҡан. Шулай ҙа белгестәр билдәләүенсә, уҡытыусы һәм медицина өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр һөнәре бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ. Белгестәр асыҡлауынса, хәҙерге ваҡытта үҙе белгән һәм теләгән өлкәлә бизнестарын асҡан кешеләр ҙә байтаҡ. Дөйөм алып әйткәндә, хәҙерге шарттарҙа кешегә бер һөнәр ҙә зыян килтермәй. Йәш быуынды эш хаҡы тотороҡло булырлыҡ, ҡыҫҡартыуҙар янамаҫлыҡ ҡына түгел, күңеле лә ятырлыҡ, һәләте лә асылырлыҡ урынға алдан әҙерләү мөһим.