Ул виртуаль ысынбарлыҡты кәүҙәләндереүсе яңы технологиялар нигеҙендә эшләй. Тәү ҡарауға был егет гимнастика эшләй кеүек. Ә ысынында иһә, ул виртуаль ысынбарлыҡта хәрәкәт итергә әҙерләнә. Ни бары күҙлек, ҡулға беркетеп ҡуйыла торған ике датчик һәм идара итеүсе джойстик. Өфө инженерҙары уйлап сығарған был ҡоролма виртуаль донъяла булыу мөмкинлеген бирә. Ә был контроллер кеҫә телефондары өсөн уйлап сығарылған. Ул ҡулланышта ла бик ябай. Бының өсөн ошондай күҙлеккә телефонды беркетеп ҡуяһың да, һәм һин ҡайҙа булһаң да виртуаль киңлеккә сумаһың.Ҡоролма уникаль датчиктар — “инерциаль технология” ярҙамында эшләй. Ул ысынбарлыҡтағы хәрәкәттәрҙе тотҡарлыҡһыҙ теүәл итеп виртуаль донъяла ҡабатлау мөмкинлеген бирә. Проект өҫтөндә эш биш йыл дауам итә. Ҡоролмаға патент та алынған. Һәм Мобиль контроллерҙарҙың мөмкинлектәре лә сикһеҙ. Шуға ла был ҡоролмаға һорау ҙур. Уйындарҙан башҡа уны хәрби йүнәлештә, медицина өлкәһендә лә киң ҡулланырға мөмкин.