Анэлл, Божэна, Теона, Ғәйәр, Доминик, Кемаль. Бөгөн ата-әсәләрҙең күбеһе балаларына үҙенсәлекле һәм һирәк осраған исемдәр ҡушырға тырыша. Әммә Рәсәйҙә бәлиғ булғандарҙың күбеһе исемдәрен үҙгәртергә теләк белдерә. Яңы тыуған сабыйҙарға Башҡортостанда ниндәй исемдәр ҡушалар икән? Тәү ишетеүҙән Ансельм тигән исемде иҫтә ҡалдырып та булмай. Исемде тормош иптәшем менән оҙаҡ һайланыҡ ти Ансельмдың әсәһе Элина Зинәтуллина. 6 йәшлек Ансельмға үҙенең исеме оҡшай. Үҫкәс ул Ансельм тигән батыр булам, ти.Ә бына 5 йәшлек Алла-Елизавета шиғырҙар ярата. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ Есениндың шиғырҙарын яттан һөйләй.Һуңғы йылдарҙа ата-әсәләр балаларына мәғәнәле һәм үҙенсәлекле исем һайларға тырыша. Бөгөн ата-әсәләр балаларына сит ил исемдәрен дә йыш ҡуша. Быйыл Башҡортостанда яңы тыуған балаларға ҡушылған һирәк исемдәр араһында Анэлл, Божэна, Теона, Добромир, Ғәйәр, Доминик, Кемаль бар. Рәсәйҙә иһә яңы тыуған балаларға йыш ҡушылған исемдәр әле лә София, Полина, Александр һәм Матвей. Башҡорт исемдәре араһында ла һирәктәре йыш осрай. Һуңғы арала ата-әсәләр балаларына Ҡарабай, Тамъян, Кинйә, ә ҡыҙҙарға Ҡояш, Тамсы, Гәлсәр, Айым кеүек исемдәр ҡуша башлаған. Бөгөн ата-әсәләрҙең күбеһе балаларына яңғырауыҡлы һәм үҙенсәлекле исем ҡушырға тырыша. Тик улар араһында мәғәнәһе аңлашылмағандары ла бар. Мәҫәлән, 2000-се йылдар башында илдә Выборина һәм Приватизация кеүек исемдәр ҙур таныулыҡ яулай. ЗАГС белгестәре билдәләүҙәренсә, исем кешегә бер бирелә, шуға ла ул ысынлап та матур ҙа һәм мәғәнәле лә булырға тейеш. Мәҫәлән, Рәсәйҙә бер-нисә йыл элек йәш ғаилә яңы тыуған малайҙарына БОЧ рВФ 260602 тигән исем ҡуша. Тик ЗАГС белгестәре был исемде теркәмәй. Әйтеп үтер кәрәк, быйыл ил президенты оятһыҙ һүҙҙәр һәм һандар менән исем ҡушыуҙарҙы тыйыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Выборина һәм Приватизациянан Теона һәм Доминикка
Тулыраҡ: Выборина һәм Приватизациянан Теона һәм Доминикка






