Ҡара ҡуңыҙҙар ҡара яу булып Башҡортостанға ябырылды

Тулыраҡ: Ҡара ҡуңыҙҙар ҡара яу булып Башҡортостанға ябырылды

Мыжғып торған бөжәктәр халыҡты хәүефкә һала. Ысынлап та, улар күптәр өсөн бәләгә лә әйләнеп өлгөрҙө. Ҡара бөжәктәрҙең ҡара яуы менән Башҡортостан һуңғы йылдарҙа тәүгә осраша. Улар урамдарҙы, парктарҙы, хатта юғары ҡаттарҙағы фатирҙарҙы ла баҫып алды. Энтомологтар әйтеүенсә, ҡара ҡуңыҙҙан һис тә ҡурҡырға ярамай. Бөжәктәр кешеләр һаулығы өсөн зарарлы түгел. Улар үлән ашыусылар төркөмөнә ҡарап, бойҙай менән туҡлана.Белгестәрҙең кәңәше бер. Фатирҙарға ошондай бөжәктәр инмәһен өсөн тәҙрәгә селтәр ҡуйырға кәрәк. Энтомологтар йәки бөжәктәрҙе өйрәнеүсе белгестәр әйтеүенсә, ҡапыл ябырылған ҡара ҡуңғыҙҙар кешегә бер ниндәй ҙә хәүеф менән янамай. Уларҙың күбәйеүенең төп сәбәбе-ҡапыл ҡапыл эҫе көндәр башланыуына бәйле.Башҡортостанда иһә ҡара ҡуңғыҙарҙың артабан да таралыуы ихтимал. Беҙҙең республикатағы ла бер афәт алдында тора. Ырымбур өлкәһе менән сиктәш райондарҙағы һыйыр малдарына йоғошло ауырыу янай: нодуляр дерматит тип аталған вирус әлеге ваҡытта күрше төбәктең 6 районында таралған. Көйөргәҙе районында әле малдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн етди саралар күрелә. Карантин иғлан ителеүе ихтимал