Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Америка Рәсәй, Ҡытай һәм Иран менән хеҙмәттәшлекте сикләгәс Европа берлеге Америкаға ҡарата яуап санкциялары индерергә ниәтләй. Германияның иҡтисад министры Вашингтон халыҡ-ара хоҡуҡты боҙа һәм Европа комиссияһы мотлаҡ тейешле сара күрергә тейеш, тип белдергән.
  • Төнъяҡ Кореяға ҡарата Япония һәм Америка һүҙҙән эшкә күсергә вәғәҙәләй. Трамп һәм Синдзо Абэ Пхеньянға иҡтисади һәм дипломатик баҫым яһарға һөйләшеп килешкән. Төнъяҡ Корея баллистик ракеталар осороп төбәктә хәүеф тыуҙыра тип белдергән Япония премьеры.
  • Төркиәлә Шанлыурфа виләйәтендә бер ир ураҡ менән Төркиә республикаһының тәүге президенты Мостафа Кемаль Ататөрөк һәйкәленә һөжүм иткән. Ул үткер ураҡ менән монументтың аяғын онтарға һәм уны ауҙарырға уйлаған. Ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған.
  • Ростовтағы Донда йәшәүсе уйлап табыусы велосипедына реактив двигатель ҡуйып алған. 18 килограмлыҡ транспорт хәҙер сәғәтенә 72 саҡырым юл үтә ала. Велосипед бер минут эсендә юғары сифатлы 550 грамм яғыулыҡ яндыра.