Ни өсөн ҡармаҡҡа балыҡ эләкмәй?

Тулыраҡ: Ни өсөн ҡармаҡҡа балыҡ эләкмәй?

Башҡортостандың төрлө райондарынан балыҡ юҡлығына зарланып хәүефле хәбәрҙәр килә. Һәүәҫкәр балыҡсылар араһында был экологик һәләкәт тигән имештәр ҙә йөрөй. Белгестәрҙең иһә быға ҡарашы икенсе. Башҡортостан йылға-күлдәрендәге балыҡ ҡайҙа булған? Балыҡ тота алмаған һыуҙы яманлаған, ти боронғолар. Әммә был әйтем быйылғы һауа шарттарында ысынбарлыҡҡа бик үк тап килмәй. Мәҫәлән, тәжрибәле балҡысылар былтыр ярты көн эсендә ошондай һауытты тултыра алһа, хәҙер 10-15 балыҡ менән генә сикләнергә тура килә. Балыҡсылар быны тап быйылғы һауа торошона һылтай. Башҡортостандан ситтә, Волга, Урал йылғаларына йөрөүселәрҙән дә ошондай уҡ зар ишетергә тура килә. Һыу кимәле юғары булғанлыҡтан ғәҙәттә яҡшы сирткән урындарҙа ла быйыл тынлыҡ.10 йылдан ашыу балыҡсылыҡ менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнгән Линар Миңлейәнов та яҙҙан яҡшы табыш күргән юҡ ти. Аҙаҡҡы йылдарҙа боронғо кәсепте ял сараһы итеүселәр һаны ла күбәйә. Башҡортостанда әле рәсми статистика буйынса һәр алтынсы кеше балыҡсылыҡ менән мауыға. Магазиндарҙа көндән-көн ҡоралға һорау арта.Экологтар балыҡ юҡлығына ышанмай, “урынын белергә кәрәк” тип кенә тынысландыра. Һыуҙың күп булыуы, киреһенсә үрсемгә ыңғай йоғонто яһаған, ә яҙын Кушнаренко һәм Ҡырмыҫҡалы райондарындағы бер нисә быуала балыҡтарҙың тоносоғоуы балыҡ ҡапмаыу менән бәйле түгел тигән фекерҙә.Әмәлен белмәһәң балыҡ та тотормай. Тәжрибәле балыҡсылар, һыу буйында ла һунарҙағы кеүек, һыуҙағы балыҡты таба ла, алыр өсөн кәрәкле ҡоралын да белергә кәрәк ти. Шул уҡ ваҡытта был кәсепте ял өсөн үҙ иткәндәр араһында табышты кире һыуға ебәреүселәр арта. Киләсәк быуын өсөн һаҡлау йөҙөнән.