Парашют менән һикереү мауығыу, йәки спорт төрө генә түгел

Тулыраҡ: Парашют менән һикереү мауығыу, йәки спорт төрө генә түгел

Уның ярҙамында кеше ғүмерен ҡотҡаралар. Беҙҙең хәбәрселәр Рәсәй авиацияһының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу базаһында булып, ҡотҡарыусы-парашютсыларҙың күнекмәләрендә ҡатнашып ҡайтты.Бер аҙым һәм һин ҡош кеүек осаһың. Кешелектең күкте яулау хыялы тап парашют ярҙамында тормошҡа аша. Осоу тойғоһон һүҙ менән әйтеп биргеһеҙ, уны үҙең аша үткәргәс кенә аңлайһың, тиҙәр.Николай Данилов күңел ҡәнәғәтлеге алырға ғына түгел, ә кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн һикерә. Ул күптәргә билдәле булмаған һөнәр эйәһе — ҡотҡарыусы-парашютсы. Рәсәй авиацияһының төбәк эҙләү-ҡотҡарыу базаһы хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, төрлө шарттарҙа, кеше һәм техника үтә алмаҫлыҡ ерҙәрҙә ҡотҡарыу операцияларын үткәрә.Һәр ҡотҡарыусы-десант мотлаҡ айына ике тапҡыр күнекмәләрҙә ҡатнаша. Билдәләнгән урынға тап килтереп йөк ташлана, аҙаҡ үҙҙәре лә шунда осоп төшә. Эйе, парашют менән һикереү батырлыҡҡа тиң. Ә был хәүефле һөнәр эйәләренең эше икеләтә яуаплылыҡ талап итә. Бәләгә тарыусыларҙы эҙләү һәм ҡотҡарыу, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү улар иңендә. Тап ошо ҡотҡарыусылар май айында Белорет районында фажиғәғә осраған вертолетты табып, һәләкәт урынына беренсе булып парашют менән осоп төштө.