Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара марафонда 15 илдән йүгеректәр ҡатнашырға теләк белдергән

Тулыраҡ: Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара марафонда 15 илдән йүгеректәр ҡатнашырға теләк белдергән

Әлеге ваҡытта һәүәҫкәр һәм профессиональ спортсылар араһында махсус сайтта теркәлеү бара. Марафон 17-се сентябрҙә ҡала урамдары буйлап үтә. Бөгөнгә 5 мең кеше йүгерергә теләк белдергән, тип хәбәр итәләр ойоштороусылар. Программала дүрт арауыҡ ҡаралған, марафонсылар 42, 21, 10 һәм 3 саҡрымға йүгерә ала. Донъяның төрлө ҙур ҡалаларында марафондар үткәреү матур йолаға әүерелгән. Өфөләге спорт байрамы быйыл өсөнсөгә уҙғарыла. Былтыр марафонда Америка, Украина, Белоруссия, Ҡытай һәм Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан меңләгән спортсы ҡатнашты.