Иртән майҙан аша үткәндә һәр кемдең ҡөнбағыш ҡабыҡтарына, буш шешәләргә, тәмәке төпсөктәренә иғтибар иткәне барҙыр. Был төнгө тынлыҡты боҙоусылар эше. Йәштәр бында төн буйы күңел аса. Күп тапҡырҙар иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, хәл үҙгәрмәй. Кис етеү менән күп ҡатлы йорт эргәһендәге майҙандарҙа йәштәрҙең төнгә тиклем күңел асыуы халыҡты борсой. Спиртлы эсемлектәр, яңғырап торған музыка, урам буйын сүп-сар менән бысратыу. Төнгө тынлыҡты боҙоусыларҙы иҫкәртеү өсөн йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре даими рейдҡа сыға. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта төнөн бәлиғ булмағандарҙы ла осратырға мөмкин. Ун һигеҙ йәше тулмағандарҙың да урам буйында спиртлы эсемлектәр эсеп, ҡанун боҙоп тотолғаны бар. Хеҙмәткәрҙәр уларҙың документтарын тикшерә, ата-әсәһенә шылтыратып әйтә. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре аҙнаһына ике-өс тапҡыр дежурға сығып тәртип урынлаштыра. Әле һуңғы ай эсендә алты ғариза ҡабул ителгән. Спиртлы эсемлек менән тотолғандар һәм урам буйында ҡанун боҙоусылар ике меңдән өс меңгә тиклем штраф түләйәсәк.
Милли герой һәйкәле янындағы майҙан ни өсөн бысраҡ?
Тулыраҡ: Милли герой һәйкәле янындағы майҙан ни өсөн бысраҡ?