Көслө ямғырҙан һуң Өфөнөң Черниковка биҫтәһе һыу аҫтында ҡалды

Тулыраҡ: Көслө ямғырҙан һуң Өфөнөң Черниковка биҫтәһе һыу аҫтында ҡалды

Ошо сәбәпле бик күп автомобилдәр зыян күрҙе.

Был кадрҙарҙан күренеүенсә, водителдәр эскә һыу инә башлағас машина башына менеп ултырырға мәжбүр булған. Айырым урамдарҙа ҙур тығындар барлыҡҡа килде. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ. Бер көн ҡояшлы булһа, иртәгәһенә ямғыр яуасаҡ.