Оҙайлы тығындар, ҡалҡып ятҡан люктар, ҡырҡылмай ҡалған иҫке асфальт япмалары...

Тулыраҡ: Оҙайлы тығындар, ҡалҡып ятҡан люктар, ҡырҡылмай ҡалған иҫке асфальт япмалары...

Уйлап ҡараһаң юлдарҙы төҙөкләндереү ыңғай күренеш, әммә ҡала халҡы был сараға ҡарата нишләптер ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Оҙайлы тығындар, ҡалҡып ятҡан люктар, ҡырҡылмай ҡалған иҫке асфальт япмалары – өфөлөләрҙе борсоған төп проблемаларҙың береһе. Беҙҙең ижади төркөм баш ҡала юлдарының сифатын тикшереп ҡарарға булды.

Иң күп мөрәжәғәттәр Менделеев урамы буйынса. Баҡалы урамынан башлап “Дуҫлыҡ” монументына тиклемге арауыҡта юл ныҡ “туҙған”, асфальт ҡатламы транспорт хәрәкәтенән тишкеләнеп бөтөп, метр һайын соҡор-саҡыр барлыҡҡа килгән. Уларҙы хатта кирбес киҫәктәре менән ямап ҡуйғандар. Ошо ялдарҙа бынамын тигән Цюрупа урамына түшәгән асфальтты, ысынлап та проблемалы участкаларға түшәһәләр күпкә яҡшыраҡ булыр ине тигән фекерҙә өфөлөләр.

Ә Октябрь проспекты уртаһында сығып ятҡан был тимер киҫәге хаҡында беҙгә телевизор ҡараусылар хәбәр итте. Улар ҙа юл хәрәкәтенең хәүефһеҙлеге өсөн борсола. Ысынлап та, асфальт өҫтөнән ҡалҡып ятҡан ошондай люктар автомобилдең тәгәрмәсе боҙолоу ғына түгел, авария хәлен тыуҙырыуы ихтимал.

Тап ошо урындан бер-нисә метрҙа ғына тишелгән тәгәрмәсен алыштырып ултырған водитель дә быны иҫбатлай. Өҫтәүенә, асфалть та тигеҙ түгел. Япманың беренсе ҡаты әле тикшереү үтә, тип аңлата юлсылар. Ыңғай һөҙөмтәгә килгәс кенә, икенсе ҡаты һалынасаҡ. Ә быға тиклем водительдәргә икеләтә уяу булырға тура килә.

Ибраһимов урамында йылылыҡ трассаһын алыштырыу эштәре лә ҡала халҡында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Бер урам тулыһынса ябылған, ә был турала юл билдәләре дөрөҫ ҡуйылмаған. Водительдәргә юл сатында кире боролорға тура килә.

Ҡала хакимиәте башлығы ла бындағы эштәрҙең сифатына ризаһыҙлығын белдерҙе.

ыл һайын үткәрелгән ремонт арҡаһында оҙайлы тығындарҙа торорға мәжбүр булған водительдәрҙең юлсыларға тәҡдимдәре лә бар.

Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” федераль проекты сиктәрендә Өфөлә быйыл — 29, һәм киләһе йылға 43 урамды төҙөкләндереү ҡаралған. “Бер эшлә, берәгәйле эшлә” тигәндәй, миҙгел һайын ремонтлағансы, сифатлы юлдар һалһаң яҡшыраҡ булыр ине, тигән фекерҙә ыҙа сиккән водительдәр.