- Американың Рәсәйҙәге илселеге хеҙмәткәрҙәре беҙҙең илдән китә. Рәсәй сит ил эштәре министрлығы Америка ҡабул иткән санкцияларға яуап итеп Ҡушма Штаттарға айырым биналарҙы һәм келәттәрҙе файҙаланыуҙы тыйғайны.
- Грецияла көслө янғындар илдең башҡалаһына яҡынлаша. Хакимиәттәр уттың Саронидаға яҡынлашыуы тураһында иҫкәртә. Тиҫтәләгән янғын һүндереүсе, самолеттар, вертолеттар махсус техника ут менән көрәшкә йәлеп ителгән.
- Японияның Асо-Кюдзю милли паркында үҙенсәлекле ҡунаҡхана комплексы төҙөгәндәр. Һәр бүлмә бында пенополистиролан ярым шар формаһында эшләнгән. Улар бик ныҡ, хатта ете баллыҡ ер тетрәгәндә лә емерелмәгәндәр. Был сейсмик яҡтан әүҙем булған Япония өсөн бик мөһим.
- Дағыстанға ҡара сиңерткәләр һөжүм иткән. Улар ҡара болот булып ябырылған, хатта юлдарҙа автмобилдәр ҙә туҡтап ултырырға мәжбүр булған. Дағыстандың ауыл хужалығы министрлығы бөжәктәр 112 мең гектарҙа уңышты юҡ иткән, тип хәбәр итә.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре