Өфө уртаһында Бентли һәм ВАЗ автомобилдәре ҡатнашлығында авария теркәлде.Һәләк булыусылар юҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ВАЗ водителе сфетофорҙың йәшел утына сығып өлгөрөргә теләп билдәләнгән тиҙлекте арттырған. Шул ваҡытта уға ҡиммәтле Бентли бәрелгән. Шаһитттар иһә аварияла сит ил машинаһы водителе ғәйепле, тип иҫәпләй. Хәҙер инде юл инспекторҙары алдына авария сәбәптәрен асыҡлау бурысы тора. Рәсәйҙә “Бентли”ға хаҡтар 10 миллион һумдан башлана.
Ҡиммәтле авария
Тулыраҡ: Ҡиммәтле авария