Америка президенты Дональд Трамп легаль миграцияны сикләү тураһындағы закон проектын хуплаған. Хәҙер квалификацияһы булмаған мигранттар илдән китергә тейеш. Законды эшләүселәр фекеренсә, иммигранттар һаны тиҙҙән ике тапҡырға аҙаясаҡ.
Пхеньян атом программаһынан баш тартҡан осраҡта Вашингтон Төнъяҡ Корея менән һөйләшеүҙәр башларға әҙер. Был хаҡта Ҡушма Штаттар дәүләт секретары Рекс Тиллерсон белдергән.”Америка Төнъяҡ Кореяла власты алмаштырыуҙы йәки ярымутрауҙы берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуймай, киреһенсә, беҙ һеҙгә дошман түгел”,- тигән Дәүләт Секретары .
Абхазияның Гудаут районында боеприпастар келәтендә шартлау һөҙөмтәһендә 60 кеше яраланған. Уларҙың 35-Рәсәй граждандары. Урындағы эске эштәр министрлығы кешеләр өсөн хәүеф юҡ, янғын тулыһынса һүнедерелде, тип хәбәр итте.
Ҡушма Штаттарҙа бер компания үҙ хеҙмәткәрҙәренә чип ҡуя башлаған. Операция шприц ярҙамында яһала һәм ни бары ике секунд ваҡытты ала. Бармаҡ араһына ҡуйылған чип ярҙамында ишекте асырға, автоматтан шоколад, эсәр һыу ҙа һатып алырға мөмкин.